10:12
«Знакомьтесь - новые книги»
Уважаемые читатели!
Представляем вам книжные новинки, пополнившие фонд нашей библиотеки. Небольшой обзор поможет сориентироваться в разнообразии книг, поступивших в библиотеку.

Хөрмәтле китап уҡыусылар!
Беҙҙең китапхана Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китаптар менән байыны.

Наил Ғәйетбай ,«Бабич» роман. « Бабич» - башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр.

Күренекле прозаик һәм публицист Башҡортостандың яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың «Һайланма әҫәрҙәре”нең 1 - се томында “Таня- Таңһылыу” романы һәм башка повестары тупланған. Шулай ук , тағы бер китабы “Ҡурай” романын тәҡдим итабеҙ.

Сабир Шәриповтың “Һайланма әҫәҙәр” 1 томында яҙыусының “Хушлашмайым” романы һәм “Ҡолонташ” повесы тупланған.

Рәлис Ураҙғоловтың “ Һуңғы йәйләү” йыйынтығында, авторҙың яңы романы ингән. Повесть, хикәйәләре лә күңелегеҙгә хуш килер.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның «Донъялыр был…» хикәйәләр һәм эсселар китабы. Китапҡа төрлө йылдарҙа яҙылған 23 хикәйә һәм уның тормошо һәм ижад юлы тураһында автобиографик эссе ингән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың “Рәхмәт яҙмыш!” китабына әҙибәнең яңы шиғырҙары менән бергә төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре лә индерелгән.

Күренекле прозаик, шағирә, тәржемәсе һәм публицист Гөлнур Яҡупованың”Һайланма әҫәрҙәр” китабының 2 томы.Был томда башҡорт прозаһының кимәлен билдәләүсе, милли рух, тәрән фәлсәфә, тел маһирлығы, заман заңы менән һуғарылған повестары һәм хикәйәләре тупланған .

Шағир һәм прозаик Сафина Әклимә Ғәзи ҡыҙының “Хикмәтле хат” китабы. Баҫмаға ингән “Хикмәтле хат” тип аталған повеста ауыр һуғыш йылдарында ауылда барған хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Шулай уҡ “Матур һәм мәңгелек йәшәү” документаль повесы инган был китапҡа. Баҫма өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән.

Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың “Яҙмышым усағы” китабына өр- яңы шиғырҙары һәм поэмалары индерелгән.
Билдәле журналист, шағирә һәм прозаик Миләүшә Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә» исемле китабы.Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйә ингән.Уларҙың һәр береһен дә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттарға үрелеп бара.Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә, бөгөнгө көнө лә,мөхәббәт эпопеяһы ла,фольклор мотивтары ла,яйлы урын тапҡан бында.

Ләйсән Сәлимова-Исҡужинаның “Өмөтдар” исемле тәүге китабы.Повеста ике әхирәттең мажаралы тормошо һүрәтләнә.
Кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн Гүзәл Ситдиҡованың “Балапандар күккә ынтыла” исемле шиғырҙар һәм әкиәттәр китабын , Хәлил Һөйөндөковтың урта йәштәге балалар өсөн «Изгелек” хикәйәләр һәм әкиәттәр баҫмаларын тәҡдим итәбеҙ.
Китапханаға рәхим итегеҙ!
Все эти замечательные новые книги ждут встречи с Вами!
Просмотров: 24 | Добавил: mukcbs35-27 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar